Июндән сентябргә тиклем рус армияһы Мәскәүгәсә сигенеп, ауыр яуҙар алып бара. Тарихта ҡалған атаҡлы Бородино һуғышы тураһында беләбеҙ.
Һуғыштың икенсе этабында октябрҙән декабрь айына тиклем Наполеон армияһы беҙҙең ил сиктәренәсә ҡыуыла.
Ватан һуғышы Наполеондың тар-мар ителеүе, Рәсәй территорияһының азат ителеүе, һуғыш хәрәкәттәренең 1813 йылда Варшава герцоглығы һәм Германия биләмәләренә күсерелеүе менән тамамлана.
Был һуғышта Башҡортостандан барлығы 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Башҡорт атлыларының “Төньяҡ амурҙары” атамаһын алыуҙары тураһында ла яҡшы беләбеҙ.
“Башҡорттар армияға 4139 строевой ат тапшыра. Башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр армия файҙаһына — 500 мең һум, Ырымбур губернаһы дворяндары — 65 мең, Өфө сауҙагәрҙәре һәм мещандары 2 мең һум аҡса йыя.
Ырымбурҙағы Каруанһарай 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә арнап төҙөлә.
2012 йылдың 4 сентябрендә Мәскәүҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы музейы асыла.
Мәскәү өлкәһендә 1-се башҡорт полкына һәйкәл ҡуйылған.
Башҡортостандың Сибай ҡалаһында башҡорт полктарына һәйкәл ҡуйылған” – тип яҙа башҡорт “Википедия”һы.
Фото: vk.com (Германияла)