Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июнь 2021, 04:15

Йәйге химия мәктәбе асылды

Бөрйән районында профилле мәктәп эшләй башланы. Унда республиканың төрлө төбәгенән 90 уҡыусы йыйылды.

"Мәғариф" милли проекты буйынса барлыҡҡа килгән "Аврора" һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге Бөрйән районында "Изотоп" химия мәктәбен асты. Унда химия фәне буйынса олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар тупланды. Уҡыу ҙа олимпиада мәсьәләләрен сисеү, ғәмәли тәжрибәләр үткәреү кеүек эштәрҙән тора. Был мәктәп, әлбиттә, берләштерә лә. Уҡыусылар ҡәнәғәт.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығынан.
Читайте нас