Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2021, 10:00

Һыймай башлаһалар, нишләрһегеҙ?

Ишеткәнһегеҙҙер, Төркиәгә ҡапҡалар асылды. Эйе, шар асыҡ. Был турала РФ Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова хәбәр иткәйне.

Бөгөндән, йәғни 22 июндән Рәсәй туристары Төркиә курорттарына оса ала.

РФ Туроператорҙар ассоциацияһының башҡарма директоры Майя Ломидзе әйтеүенсә (РИА-Новости мәғлүмәте), халыҡ үҙебеҙҙең курорттарға алынған турҙарын кире тапшырып, төрөк диңгеҙҙәренә юлланмаҡсы икән. Тик был бигүк еңел түгел. Кеше аҡсаһын юғалтыуы ихтимал.

Шулай ҙа хәҙер беҙҙекеләр геүләп Аҡ диңгеҙ (Урта диңгеҙҙе төрөктәр шулай атай) буйына барып тулыр инде.

Анталияла бөгөн беҙҙән барлығы 33 рейс килеүен көтәләр. Бер самолетта уртаса 180 урын тип иҫәпләһәк, бер көндә генә 6000 самаһы турист була был. Миҙгел бөткәнсә, ай-һай, арыу уҡ килеп сыға.

Барыһына ла урын етә, тип ҡыуана, ти төрөк отельерҙары.
Фото: vk.com
Читайте нас