20 июндә Дыуан районының Арый ауылында йорттарҙың береһендә ут сыға. 15 йәшлек үҫмер төндә телефонда уйнап ултырған саҡта төтөн еҫе һиҙеп ҡала һәм йәһәт кенә ата-әсәһен, дүрт һәм бер йәшлек ике ҡыҙ туғанын уятып, тышҡа алып сығырға ярҙам итә. Малай үҙе тышҡы ишекте асҡанда ныҡ ҡына тәнен бешерә. Уны дауаханаға һалғандар. Янғын сыҡҡан ваҡытта үҫмер телефонда уйнап ултырмаған булһа, был хәлдең нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе ауыр. Хоҙай аралаған.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, 2021 йыл башынан Башҡортостанда 6 мең янғын сыҡҡан, уларҙа 136 кеше һәләк булған. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе – электр йыһаздарының төҙөк булмауы.