Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2021, 05:40

Йәй

Йәй – ул рәссам.Ер өҫтөнә мең биҙәктәр яһар саҡ.


Йәй – моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.
Йәй – ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емештең, ҡыҙарып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.
Йәй – йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа, сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.
Читайте нас