Интернет селтәрендә һәм ватсапта вакцинация тураһында төрлө имеш-мимеш таралыуын дауам итә. Уларҙы уйлап сығарған кешенең медицинаға ла, вирусологияға ла бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.
Беренсе уйҙырма: «Танышым вакцина яһатҡайны, барыбер сирләне. Тимәк, уны эшләтеүҙән фәтүә юҡ...»
– Прививка 100 процентҡа коронавирус инфекцияһынан һаҡлай. Әгәр вакциналанған кеше сирләһә (был бик һирәк була), уға ауырыуҙы үткәреү еңелерәк буласаҡ. Статистикаға ярашлы, быға тиклем прививка яһатҡан бер кеше лә реанимацияға эләкмәгән. Вакцина 90 процентҡа барлыҡ коронавирус штамдарынан һаҡлай, – тип аңлата БДМУ ректоры Валентин Павлов.
– «Спутник V» вакцинаһы донъяла иң яҡшыларының береһе, беҙҙән уны 30-ҙан ашыу ил һатып ала. Рәсәй халҡы препарат менән бушлай файҙалана, уның насар эҙемтәләре бөтөнләй юҡ кимәлендә. Бөгөнгәсә республикала 400 меңдән ашыу кеше вакцинация үткән, ни бары 5 проценты ғына температура күтәрелеүгә, башы ауыртыуға һәм хәлһеҙлеккә зарланған. Ә был нормаль реакция тип иҫәпләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре вакцинаның кешелә юғары иммунитет барлыҡҡа килтереүен раҫлай.
Икенсе уйҙырма: «Вакцина кешенең ДНК-һына насар йоғонто яһай»
– Был мөмкин түгел. Вакцина бер нисек тә ДНК-ға тәьҫир итә алмай. Улар икенсе төрлө эшләй – прививка организмдың иммун күҙәнәктәрен коронавирустың генетик материалы өлөшсәләре менән таныштыра. Улар вирусты иҫендә ҡалдыра һәм сирҙән һаҡланыуға йүнәлтелгән антитәнсәләр етештерә башлай, – тип яуап бирә был һорауға БР Фәндәр Академияһының Биохимия һәм генетика институты ректоры, биология фәндәре докторы Эльза Хөснөтдинова.
Өсөнсө уйҙырма: «Вакцина эшләткәс, сәләмәт балалар таба алырмынмы?»
– Рәсәй вакциналары лаборатория шарттарында тоҡомға тәьҫир итеүсәнлек буйынса һынауҙарҙы уңышлы үткән. Ғалимдар сысҡандарға, кешегә вакцина яһап ҡараған, кире эҙемтәләр асыҡланмаған. Прививка яһатҡас, һеҙ ауырға ҡалырға теләйһегеҙ икән, бер ниндәй ҙә зарары юҡ, йөккә уҙыуы ауыр булмаясаҡ. Вакцинанан ҡурҡмағыҙ! Уны эшләтеп, һеҙ үҙегеҙҙе һәм сабыйығыҙҙы вирустан һаҡлайһығыҙ, – тип белдерә Өфө йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Айгөл Ғәлиева.
Дүртенсе уйҙырма: «Мин коронавирус менән сирләнеп һәм тере ҡалдым. Миңә прививка яһатырға кәрәкмәй»
– Коронавирус менән сирләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙгә прививка яһатырға кәрәк. Ауырыған кешеләрҙә вирусҡа ҡаршы тәбиғи иммунитет барлыҡҡа килә, тик әлегәсә уның оҙайлымы, юҡмы икәнлеге, кешенең яҡшы яҡланған йәки яҡланмаған булыуы билдәһеҙ. Вакцина һеҙҙе вирустан ныҡлы һаҡлаясаҡ. Сирләгәндән һуң бер нисә ай үткәндән һуң прививка яһатырға тәҡдим ителә. Барыһы ла пандемияға тиклемге тормошҡа ҡайтырға, уҡыуға, эшкә, ҡайҙа барһа ла, ирекле йөрөргә теләй. Беҙ быға коллектив иммунитет ярҙамында ғына ирешә аласаҡбыҙ, – ти билдәле табип, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Вил Тимербулатов.
– Әлеге ваҡытта вакцинаның файҙаһы һәм зыяны тураһында төрлө ғәйбәт тарала. Барлыҡ инфекция ауырыуҙарының тарихына күҙ һалһаҡ, беҙ уларҙы вакцина ярҙамында ғына еңә алғанбыҙ. Ә тажзәхмәт бит бөтә донъяны ялмап алды. Шуға күрә ғалимдар ҡабаланырға мәжбүр булды. Беҙҙә етди ғалимдар бик күп: Мәскәүҙәге Гинзбур институты, Новосибирскиҙағы «Вектор». Улар менән һәр ваҡыт бәйләнештә торам һәм йөҙ процентҡа ышанам, – тип белдерә легендар табип, хирург Эрнест Мулдашев.
Вакцинаны баш ҡаланың төрлө дауаханаһында урынлашҡан 31 пунктта яһатырға мөмкин. Эш графигы: көн һайын, хатта шәмбелә, йәкшәмбелә, байрамдарҙа ла, киске сәғәт 8-гә хәтлем ҡабул итәләр.
Шулай уҡ Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә ҡаҙатырға мөмкин. Улар көн һайын көндөҙгө 1-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр, ял һәм байрам көндәрендә иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем асыҡ була.
Адрестары:
«МЕГА» сауҙа үҙәге – Рубеж урамы, 174;
«Планета» сауҙа үҙәге – Энтузиастар урамы, 20;
«Башҡортостан» лайфстайл үҙәге – Менделеев урамы, 205А;
«Простор» сауҙа һәм ял үҙәге – Жуков урамы, 29;
«Каруанһарай» сауҙа-эш үҙәге – Үрге сауҙа майҙаны, 1;
«Үҙәк» сауҙа комплексында – Цюрупа урамы, 97.
Стәрлетамаҡта: «Ситимолл» сауҙа үҙәге – Октябрь проспекты, 36.
Нефтекамала: «Урал» сауҙа үҙәге – Юбилей проспекты, 18.
Вакцинацияға яҙылырға мөмкин:
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша;
«Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша йә octor.bashkortostan.ru сайтында;
122 берҙәм телефоны буйынса;
ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә – 8 (347) 218-19-19.