Евро-2020 турнирының дөйөм аҡсалата килеме 371 миллион евроға тиң. Унда тәүге стадияла ҡатнашҡан һәр команда 9,25 миллион евро аласаҡ. Ә инде еңгән өсөн өҫтәп 1,5 миллион евро булһа, тигеҙ иҫәп өсөн 750 мең евро ҡаралған.
Шулай итеп, Рәсәй командаһы 10,75 миллион евроға байып, тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.
Уйындан һуңғы булған матбуғат конференцияла команданың баш тренеры Станислав Черчесов, уйынсыларҙың әҙер булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Плюстары ла бар тине. Әгәр ишеккә күрһәтһәләр, беҙ һуҡыр түгел, ҡайҙа күрһәтәләр. шунда ыңғайларбыҙ. тине ул.