Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2021, 16:15

"Һөт кухняһы" продукцияһын таратыуҙың 60-сы пункты эшләй башланы

Ул бөгөн Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа асылды. Бушлай һөт ризыҡтары менән ауырлы ҡатындар һәм күп бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге балалар тәьмин ителә. Әбйәлилдә генә был төр ярҙамды алыуға 500-ҙән ашыу ғаилә килешеү төҙөгән. ⏬

Белгестәр әйтеүенсә, Белорет ҡалаһынан килтереләсәк продукция үҙенең сифатлы булыуы менән айырыла. Сөнки тәбиғи һөт аҙыҡтарына буяуҙар ҙа, тәмләткестәр ҙә, консервантар ҙа ҡушылмай. Шуға ла һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа.
Әлегә тиклем Асҡарҙағы таратыу пункты дарыухана менән тығыҙ шарттарҙа эшләгән. Ҡулланыусыларҙың көндән-көн арта барыуын иҫәпкә алып "Һөт кухняһы"на айырым бина бүленгән. Хәҙер ул дүшәмбенән йомаға тиклем эшләй. Балалар өсөн бушлай һөт продукцияларын һәм ҡоро һөт ҡатнашмаларын аҙнаның дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә алырға мөмкин. Ҡалған көндәрҙә сифатлы һөт продукциялары менән һатыу ойошторола.
Читайте нас