Кәрәк: еләк, ҡаймаҡ, шәкәр, желатин, лимон кислотаһы.
Йылымыс һыуҙа 20 гр желатинды эретергә. 1 стакан шәкәр, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы, 500 гр ҡаймаҡ (ҡуйы булһа яҡшыраҡ) ҡушып болғатырға. Килеп сыҡҡан массаға еләк ҡушып, һауыттарға бүлеп һалып, 3 – 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.