Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2021, 07:15

Бөгөн – Халыҡ-ара йога көнө

Сәләмәт тормошто таратыу маҡсатынан булдырылған был көн. Баҡһаң, символик мәғәнәһе лә бар икән: төньяҡ ярымшарҙа иң оҙон көнгә бәйле.

Йога көнөн булдырыу башланғысы менән Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди сыҡҡан. 2014 йылда рәсми булмаған байрамды эшләп тә ҡуйғандар.
Һандар һәм факттар
Йога индуизмдың бер йүнәлешенә инә. Ул үҙеңдең тәнең, тойғоларың, тәртибең менән идара итергә өйрәтә.
Йога тәғлимәте беҙҙең эраға тиклем II быуатта барлыҡҡа килгән. Патанджали исемле берәү аҡылды контролләү, гармонияға ирешеү алымдары тураһында яҙған.
Йога организмға файҙалы, ти ғалимдар.
АҠШ армияһында иртәнге зарядка урынына йога ла рөхсәт ителә.
Латин Америкаһында йәшәүселәр ҙә борондан йога менән шөғөлләнгән, был турала археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһе күрһәтә.
Тикшеренеүселәр әйтеүенсә, 20 минут йога менән шөғөлләнһәң, мейе әүҙемерәк эшләй башлай, иғтибар арта.
Йоганың төрлө һыны (асана – кәүҙәнең уңайлы һәм тотороҡло торошо) төрлөсә тәьҫир итә.
Әгәр ҙә йәрәхәттәрегеҙ, сирҙәрегеҙ бар икән, йогаға тотонорҙан алда табип менән кәңәшләшегеҙ.
Иң мөһиме – дөрөҫ тын алыу, уңайлы позала тороу. Бер асана – бер минут (тәүҙә).
Фото: vk.com
Читайте нас