Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2021, 18:45

Яҡшы тауар ташламаға мохтаж түгел

Сауҙа үҙәктәрендә һәм магазиндарҙа барған байрам алды тамашалары, акциялар хаҡындағы иғландарҙы ҡайҙа ғына күрмәйһең: телевидение шулар өсөн генә эшләй һымаҡ. Ысынында ла тауарҙар ярты хаҡҡа һатыламы икән?

Артыҡ бәйләнсек иғландарҙың барыһына ла ышанырға ярамай, әлбиттә. Йыш ҡына шулай ҙа була. Хаҡтарҙы 50 процентҡа төшөрөү тураһында иғлан иткән магазинда хаҡ, ысынлап та, 50 процентҡа кәм яҙылған була, ләкин бында һатып алыусыны алдау схемаһы түбәндәгесә эшләнә: акция иғлан итерҙән алда кибеттә ташлама күләмендә тауарҙың хаҡын күтәрәләр ҙә, элекке хаҡты ташламалы тип күрһәтәләр. Йә булмаһа , ҡайһы бер тауарҙар һатыуҙан ваҡытлыса алып торола һәм аҙаҡ иҫке хаҡ ташлама тип иғлан ителә. Ә инде 70-90 процентҡа тиклем ташлама вәғәҙәләүселәргә бөтөнләй ышанырға ярамай, сөнки унда ни бары 10-20 процентҡа арзанайтылған тауарҙы күрерһегеҙ.
Яҡшы тауар бер ниндәй ҙә рекламаға ла, ташламаға ла мохтаж түгел.
Читайте нас