Туймазы районы Серафимовка ауылының ябыҡ типтағы махсус мәктәптән дүрт үҫмерҙең ҡасыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Автомобиль алып ҡасыу һәм урлашыу өсөн хөкөм ителгән малайҙарҙы эҙләү иғлан ителде.
Хоҡуҡ һаҡсылары үҫмерҙәрҙең өсәүһен ҡулға алған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә. Улар Иглин районының полиция бүлегенә килтерелгән. Ике малай тап ошо райондан, берәүһе Урман ауылынан, икенсеһе – Балтиканан.
15 йәшлек Алмаз Сәләховты эҙләү дауам итә. Уның У 363 СХ номерлы йәшел «Лада Гранта» машинаһында хәрәкәт итеүе ихтимал. Билдәләре: буйы – 165 сантиметр, 16 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡара күҙле. Сейә төҫөндәге футболка, күк трико кейгән. Айырым билдәләре: уң битендә миң, һуҡыр эсәгенә операциянан һуң йөй бар.
Алмазды күреүселәр булһа, полицияға шылтыратыуығыҙ һорала.