Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2021, 06:36

Хәүефле үҫмерҙәр!

Туймазы районы полицияһы 16 июндә Серафимовка ябыҡ типтағы махсус мәктәбенән ҡасып киткән дүрт уҡыусыны эҙләй.

– 16 июндә киске сәғәт ете тирәһендә мәктәп ҡоймаһы аша һикереп ҡастылар. Һаҡ хеҙмәте ниңәлер күрмәй ҡалған. Был хәл тәүге тапҡыр ҡабатланмай. Һуңғыһында мәктәптән ғәфү үтенделәр, улар менән эшләй башланыҡ. Әммә йәнә ҡабатланды. Улар ошоға өйрәнеп бөткәндәр.
Баҡтиһәң, үҫмерҙәрҙең береһе быға бер ай буйына ҡасып йөрөгән булған. Тап ул ҡалғандарҙы ҡотортҡан, тип фаразлана.
– Дүртеһе лә машина алып ҡасыу, магазиндарҙан аҙыҡ-түлек урлау менән шөғөлләнгән. Өйҙәренә лә ҡайтмай, баҡсаларҙа, подвалдарҙа йәшәйҙәр. Уҙған айҙа берәүһен ике көн эсендә таптылар, икенсеһе ай буйына ҡасып йөрөнө. Алмаз Сәләхов үҫмерҙәрҙе ҡотортҡан. Ә уға мәктәптән сығырға әсәһе ярҙам итә, – тип белдерә мәктәп етәкселеге.

17 йәшлек Иван Игнаткиндың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, 17 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, һары сәсле, күҙҙәре йәшкелт-зәңгәр, ҡарпыш ҡолаҡлы, йоҡа иренле. Күк төҫтәге футболка, көрән шорты, күк кепка кейгән.

17 йәшлек Вадим Куфтериндың билдәләре: буйы – 175 сантиметр, 17 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса ҡуңыр йөҙлө, ҡыҫҡа ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле, ҡарпыш ҡолаҡлы, йоҡа иренле, ҡуйы ҡашлы. Ул һоро футболка, ҡара трико кейгән.

15 йәшлек Алмаз Сәләховтың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, 16 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡара күҙле. Сейә төҫөндәге футболка, күк трико кейгән. Билдәләре: уң битендә миң, һуҡыр эсәгенә операциянан һуң йөй бар.

15 йәшлек Илья Саликаев: буйы – 165 сантиметр, 16 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡарпыш ҡолаҡлы, ҡалын иренлы, ҡуйы ҡашлы. Йәшел төҫтәге (хаки) футболка, шорты кейгән. Махсус билдәләре: һул яҡта өҫкө ҡаҙыҡ теше юҡ.

Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белеүселәрҙән 8 (34782) 7-20-97, 7-10-01, 279-39-02, 8-917-80-89-081 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Читайте нас