Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2021, 11:06

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Һеҙгә һәр кешенең төп байлығын – уның һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Дауалау уңышы профессионализм менән генә түгел, аҡ халатлыларҙың кешелекле булыуы менән дә билдәләнә. Һеҙҙең изгелек һәм шәфҡәтлегегеҙ ауырыуға өмөт һәм көс бирә, сирен еңеп сығырға ярҙам итә. Байрамығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле һөнәр эйәләре!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған парад үтте. Ул быйыл икенсе тапҡыр үҙғарылды. Тантаналы сарала республиканың төрлө райондарынан килгән 650 табип һәм шәфҡәт туташтары ҡатнашты. Аҡ халатлыларҙың колоннаһы Зәки Вәлиди урамы буйлап Башҡорт дәүләт драма театрынан “Торатау” конгресс-холына тиклем үтте. Сара бөтә санитар – эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп ойошторолдо. Уға тиклем Башҡорт дәүләт драма театры майҙансығында медицина ойошмаларының ижади коллективтары сығыш яһап, байрам кәйефен өҫтәне.
Читайте нас