Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2021, 09:26

Вакцина яһау пункттарында оло сират

Халыҡ иртә таңдан сиратҡа тороп прививка яһата. Ике көн эсендә вакцина алыусылар һаны 30 процентҡа артҡан.


Өфөлә "Башҡортостан" лайфстайл үҙәге һәм Опера һәм балет театрында әүҙем вакцина яһаталар. Социаль селтәрҙәрҙә пункттарҙа барлыҡҡа килгән сираттар тураһында яҙалар, фото һәм видео һалалар .
Республиканың оператив штабы белдереүенсә, коронавирус менән хәл тотороҡло, ә бына илдең башҡа төбәктәрендә инфекция йоҡтороусылар һаны арта бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы указға үҙгәрештәр индерҙе, эре ҡалаларҙың сауҙа үҙәктәрендә вакциналау пункттары асылды.
Читайте нас