“Роскачество” һағыҙҙың сәләмәтлеккә йоғонтоһон тикшергән. Уның составында шәкәрҙе алмаштырыусы матдәләр, аспартам, сахарин, сукралоза бар. Улар матдәләр алмашыныуын боҙа, ашҡаҙан аҫты биҙенә насар тәьҫир итә. Табиптар һәр кешегә шәкәр алмаштырғыстарҙы сикләргә тәҡдим итә. Ас ҡарынға сәйнәгәндә, ашҡаҙан һуты бүленеп, гастрит, ашҡаҙан йәрәхәтенә килтерә . Һағыҙҙы ашағандан һуң 15 минут ҡына сәйнәргә мөмкин. 6 йәше тулмаған балаға бөтөнләй бирмәгеҙ. Оҙайлы сәйнәү һөҙөмтәһендә ауыҙ ҡыуышлығына йыйылған шайыҡ һелте барлыҡҡа килтереп, теш эмален емерә.