Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июнь 2021, 00:06

Ниндәй сәскә ышыҡ ярата?

Күптәр емеш ағастары ышығында, күләгәле урындарҙа ниндәй сәскәләр үҫтерергә белмәй. Астильба – ышыҡта үҫергә яратыусы үҫемлек. Был сәскәгә 2 – 3 сәғәт ҡояш төшөүе лә етә. Күләгәлә ул бик матур үҫә һәм оҙағыраҡ сәскә ата.

Уның 20 сантиметрҙан 1 метрға тиклем үҫә торған төрҙәре бар. Июлдә сәскә ата башлай һәм ике ай баҡсаны биҙәй. Тупраҡтың дымлылығына ҡарата бик талапсан. Күберәк һыу һибегеҙ.
Флокстар ҙа ышыҡта яҡшы үҫә.
Примуланы ла күләгәле урынға ултыртырға кәрәк.
Декоратив сәскә һаналған хосталар ҙа, бадан, алиссум да ағас, йорт ышығында яҡшы үҫә һәм сәскә ата.
Тура төшкән ҡояш нурҙарын яратмаған сәскәләрҙе ваҡытында туҡландырып, һыу һибеп тороғоҙ һәм өс йылға бер күсереп ултыртығыҙ.
Читайте нас