Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2021, 10:30

Водитель өйрәкте һәм уның бәпкәләрен ҡотҡарған

Ҡошсоҡтарға битараф булмаған водитель Өфө - Ырымбур трассаһы аша Искин ауылына китеп барған.

Ул оло юлды сығып барған ҡырағай ҡошто һәм уның ҡошсоҡтарын күреп ҡалған. Водитель туҡтаған, инә өйрәк хәрәкәтен дауам иткән, ләкин шунда уҡ эргәнән үтеп киткән автомобиль аҫтына эләккән.
Саҡ иҫән ҡалған өйрәк бәпкәләре янына йүгерә. Бәләгә тарыған ҡоштарҙы йәлләп, водитель машинаһынан төшөп, уларға юл ситенә сығырға ярҙам итә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас