Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2021, 14:08

Пособиены ун һигеҙ йәштән өлкәндәр ҙә аласаҡ

Республикала ил Башлығы тәғәйенләгән 10 мең һум аҡсаны алыусылар исемлеге киңәйтелде.



Апрелдә аҡсаның мәктәп йәшендәге һәм быйыл беренсе класҡа барған уҡыусыларҙың ғаиләләренә түләнәсәге билдәле булды. Исемлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкәнерәк уҡыусылар ҙа бар.

Йәғни хәҙер 6-18 йәшлек уҡыусылар һәм беренсе класҡа йыйынған балалар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкәнерәк уҡыусылар бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуҡлы.

Түләүҙәрҙең ошо төрөнә ғаризалар ҡабул итеү 15 июлдә башлана, аҡса августа күсерелә.
Читайте нас