Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июня 2021, 05:00

Ҡояш күренеп торһа ла, боҙ яуыуы мөмкин...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көндөң ҡапыл боҙолоуы хаҡында алдан иҫкәрткәйне инде. Ә бәлки, беҙҙә булмаҫ, тиеште кешеләр...

Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә шауырҙап боҙ-борсаҡ яуҙы.
Тәүгеләрҙән булып тәбиғәт ғәрәсәте менән Бүздәк районы үҙәгендә йәшәүселәр осрашҡан. Бында тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында борсаҡ яуған. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙәргә видео, фотолар һалған.
Боҙ-борсаҡтан һуң, көслө ямғыр яуған. Бөгөн ауыл халҡы шәхси уңышҡа килгән зыянды барлай.
Фото: vk.com
Читайте нас