Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2021, 12:30

Өфөлә Башҡортостандың крайҙы өйрәнеүселәре йыйыласаҡ

Бының кеүек сара тәүгә үтәсәк. 25 июндә "Торатау" Конгресс-холына тарихсылар, ғалимдар, урындағы ҡоролтай вәкилдәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, журналистар саҡырыла. Форумға йәштәр әүҙем йәлеп ителәсәк.

Йыйылыусылар республиканың ауыл-ҡалалары тарихын өйрәнеү, генеалогик тикшеренеүҙәр һәм башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен крайҙы өйрәнеүҙә яңы алым булараҡ ҡабул итеү, археологик ҡомартҡыларҙы өйрәнеү һәм популярлаштырыуҙа проблемалар, музей-китапханаларҙың крайҙы өйрәнеүҙәге әһәмиәте кеүек һорауҙар өҫтөндә эшләйәсәк.

Сара алдынан федераль спикерҙар, тарихсылар һәм белгестәр менән ҙур ғилми сессия уҙасаҡ. Улар өсөнсө көнгә ҡалып, крайҙы өйрәнеүселәр менән осрашасаҡ, тарихи факттарға һәм ваҡиғаларға, республикала әүҙем алып барылған геральдика хәрәкәтенә үҙ баһаһын бирәсәк.
Читайте нас