Сауҙа үҙәктәренә, ресторандарға һәм кинотеатрҙарға индереү нисек ойоштороласаҡ? Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре тыйылырмы? Вирустан өс вакцина бер-береһенән нимә менән айырыла? Тажзәхмәттең яңы штамдары нимәһе менән хәүефле? Вакцина етерме? Быға тиклем ауырығандарға нимә эшләргә?
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы студияһында белгестәр ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк.
Эфир иртәгә, 18 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Һылтанмаһы: https://vk.com/video-27097047_456252754