Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2021, 10:15

Төн уртаһында республиканың оло юлдарының береһендә туғыҙ йәшлек бала табылған

Уны табып алыусы Кристина баланың үҙен ҡурсалау инстинкты булмауын белдерә.

Ҡатын унан нимә булыуы тураһында һораша башлағас, бала урманға табан йүнәлә, урманда ҡыр хайуандары булыуы, хәүеф янауын уйлап та бирмәй.
- Ата-әсәһе, бала юғалһа ла, уны эҙләмәй. Беҙ уны полиция бүлегенә төнгө сәғәт 12-лә алып барҙыҡ, ә уның артынан атай кеше иртәгәһенә иртәнге сәғәт 11-ҙә генә килә.
Баланың ни өсөн өйҙән сығып китеүе асыҡлана. Әлеге ваҡытта уны приютҡа урынлаштырғандар. Тикшереү эше тамамланғас, материалдар опека бүлегенә тапшырыласаҡ, тип хәбәр итә хоҡуҡ һаҡсылары.
Фото: Т. Аманов

Читайте нас