17 майҙан 15 июнгә хәтлем төбәктең коммерциялы түгел ойошмалары социаль тәьминәт, граждандарҙың айырым категорияларын социаль яҡлау; ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау; йәштәр сәйәсәте; граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, граждандар йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү; һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормошто, физик тәрбиәне һәм спортты пропагандалау; фән, мәғариф һәм мәғрифәт; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, хайуандарҙы яҡлау; милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү; мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау йүнәлештәре буйынса грантҡа дәғүә итте.
Конкурсҡа йәмғеһе 342 ғариза ҡабул ителгән. Был быға тиклем фонд үткәргән грант конкурстары араһында рекорд булып тора. Проекттарҙа һоралған сумма 729 411 340 һум тәшкил итә, ҡуша финанслау суммаһы - 308 613 955,7 һум. Конкурс буйынса дөйөм сумма 1 038 025 296 һум булды.
Гранттар конкурсы Президент гранттары фондының ҡуша финанслауы ярҙамында башҡарыла, дөйөм бюджеты - 164,8 млн. һум.