Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2021, 17:40

Салауат ерендә батыр рухын иҫкә алдылар

Бөгөн бар башҡорт иле үҙенең аҫыл улы Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыуҙы билдәләне. Ошо айҡанлы Салауат районында батырҙың музейында тантаналы митинг уҙҙы һәм бюсына сәскәләр һалынды. ⏬

Тантанала Салауат районы башлығы урынбаҫары вазифаһын үтәүсе Марат Ғилманов, БР Милли музейы генераль директоры Альбина Ярмуллина һәм башҡа ҡунаҡтар булды. Уларҙың иғтибарына "Салауат тураһында хикәйәт" күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Ул М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы һәм БР Милли музейы араһында үҙғарылған "Рәсәй рәссамдары һәм скульпторҙары ижадында Салауат Юлаев тураһында хәтер" проекты буйынса ойошторолған.
Аҙаҡтан ҡунаҡтар "Салауат эҙҙәре буйлап" туристик маршруты буйлап үтте һәм Тәкәй ауылында батырҙың стелаһына сәскәләр һалды, "Салауаттың рухы" тамашаһын ҡараны.
Читайте нас