Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июнь 2021, 02:16

Саҡмағош районында "Һөт кухняһы" таратыу пунктының яңы нөктәһе асылды

Уның һөт продукциялары менән өс йәшкә тиклемге 200 бала, ауырлы ҡатындар һәм имеҙеүсе әсәләр бушлай файҙалана аласаҡ.

-- Бөгөн республика биләмәһендә 130 "Һөт кухняһы" таратыу пункты эшләй, -- ти БР сауҙа министры Алексей Гусев.-- Практика күрһәтеүенсә, һөт продукцияларын күберәк фирмалы таратыу нөктәләренән алыуҙы хуп күрәләр. Улар балалар арбаһы менән инеү өсөн уңайлы итеп эшләнгән. Шулай уҡ бында бәләкәйҙәргә тәғәйенләнгән урындағы етештереүселәрҙең аҙыҡтарын табырға мөмкин.
Бөгөн төбәктә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 24825 бала, ата-әсәһенең хәстәренән яҙған 36 етем һәм 485 ауырлы һәм имеҙеүсе ҡатындар бушлай һөт продукциялары менән ҡуллана.
Саҡмағошта пункт Ленин урамы, 74/1 һанлы йортта урынлашҡан.
Читайте нас