Сәғәт 10-да Өфө ҡалаһының алты залында медицина хеҙмәткәрҙәрен федераль һәм республика наградалары менән бүләкләү тантанаһы була.
— Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министррлығының Колонна залы (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106);
— Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залы (Зәки Вәлиди урамы, 34а);
— Опера һәм балет театры (Ленин урамы, 5), Шаляпин һәм Грек залдары;
— Башҡорт дәүләт медицина университетының 10-сы корпусы (Театр урамы, 2);
— Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай залы (Зәки Вәлиди урамы, 40).
Сәғәт 12 -лә Башҡорт дәүләт драма театры майҙансығында медицина ойошмаларынан һәм Башҡорт дәүләт медицина университетынан ижади коллективтарҙың сығыштары башлана.
Медицина хеҙмәткәрҙәре парады сәғәт бергә тәғәйенләнгән. Унда республиканың барлыҡ медицина округтарынан 650-нән ашыу медик ҡатнашасаҡ. Улар Башҡорт драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем атлап барасаҡ.
«Торатау» конгресс-холында (Ҙур сәхнәлә) икенсе яртыла Башҡортостан Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләйәсәк.
Тантаналы сара байрам концерты менән тамамланасаҡ.
Иртәгә Башҡортостан юлдаш телеканалында ошо тантаналы ваҡиға уңайынан тура эфирҙа телемарафон ойошторола. Трансляция иртәнге унынсы яртыла башланасаҡ.