Төп маҡсаты – башҡорт йәштәрен берләштереү, саф башҡортса аралаштырыу, үҙ телебеҙҙә ижад ителгән йырҙарҙы популярлаштырыу. Шуға ла республикабыҙҙа үҫмерҙәр, йәштәр өсөн үткәрелгән ҡыҙыҡлы сараларҙы, үҙенсәлекле ваҡиғаларҙы, алдынғы башҡорт йәштәренең тормошон тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә даими яҡтыртып бара.
Бында туғыҙ алып барыусы эшләй. Командаға башҡорт телендә иркен, матур аралашҡан, фекерле йәштәр тупланған. Тура эфирҙы дүшәмбенән йомаға тиклем көн дә киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем, ә дәртле йырҙарҙы тәүлек әйләнәһенә тыңларға мөмкин. Һәр йома студияла – ҡунаҡлы кис. Башҡорт йәштәре менән мөһим, ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмәне радио аша һәм «Бәйләнештә» «Юлдаш Plus» төркөмөндә тура эфирҙа ла ҡарап барырға, бер юлы фекерҙәр, һорауҙар ҡалдырырға ла мөмкин. Был тыңлаусылар менән бер тулҡында булырға, улар менән яҡындан аралашырға ярҙам итә.
«Юлдаш плюс» радиоһы үҙ хит-парадында ай һайын йәш, һәләтле йырсыларҙың «иң-иң»дәрен билдәләп бара. Был яңы исемдәр асыуҙа, йәш һәләттәрҙең музыкаль донъяла ҡанатын нығытыуҙа мөһим роль уйнай. Йыл аҙағында радионың алып барыусылары хит-парад еңеүселәре ҡатнашлығында ҙур тамаша ойоштора. Дискотека форматында үткәрелгән байрам – башҡорт йәштәренең көтөп алған сараларының береһе. Быйыл «Юлдаш плюс» командаһы, хит-парад еңеүселәре менән бер рәттән, иң шәп шағир, композитор, йырсы, уңышлы төркөмдәрҙе лә билдәләне. Радио алып барыусылары шулай уҡ Студенттар көнө, Йәштәр көнө, 14 февраль кеүек байрамдарҙы йәштәр өсөн матур саралар, форумдар үткәреп билдәләй.
«Юлдаш плюс» интернет-радионы тыңлау буйынса Рәсәйҙә беренсе урындарҙы биләй. Уны Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәү, Ленинград, Амур өлкәләрендә, сит илдәрҙә лә тыңлайҙар. Уны bash.news рәсми сайтында, шулай уҡ телефонда радио ҡушымталары аша ла табырға мөмкин.
Әлеге көндә интернет-радио хеҙмәткәрҙәре яңы уйҙар, пландар менән йәшәй. Киләсәктә уларҙың бөтә маҡсаты тормошҡа ашыуын һәм тоғро тыңлаусылар теләйбеҙ.