Ошо көндәрҙә Дәүләкән районының өлкән йәштәге бер төркөм кешеһе проект буйынса сәйәхәткә сыҡты, улар Миәкәләге Нарыҫтауға барып килде, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.
Экскурсия бик ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле булған. Өлкәндәр һөйләүенсә, тау тураһында ентекле мәғлүмәттәр ҙә алғандар.