«Атайсал – бәләкәй тыуған ерем» проектын иғлан итеүгә өс айҙан ашыу ваҡыт үтте. Ошо ваҡыт эсендә 377 заявка бирелгән, уларҙың 56- һы тормошҡа ашырылған. Был хаҡта БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә.Тыуған ауылдарын төҙөкләндереү эшенә тос өлөш индерергә теләүселәр араһында иң әүҙемдәре – асҡындар. Уларҙан 22 заявка килгән. Балтас, Ғафури, Борай, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен райондары ла әүҙем. Ҡалалар араһында иң күп проекттар Нефтекама менән Өфө ҡалаһында. Күптәр шишмә- ҡоҙоҡтарҙы , Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, мәсеттәрҙе төҙөкләндерергә, зыяраттарҙың кәртәләрен яңыртырға, арт- объекттар урынлаштырырға, мәктәп, балалар баҡсаларына ярҙам итергә теләй. Төрлө спорт ярыштары, һабантуйҙар, мәктәп сараларын үткәрешергә финанс ярҙамы күрһәтергә теләүселәр бар. Бер меценат Благовещен районына "Тиҙ ярҙам" автомобиле, икенсеһе Мәләүез районының Воскресенское ауылы мәҙәниәт һарайына автомобиль, тағы берәү Баймаҡ районы дауаханаһына медицина ҡорамалдары алырға ярҙам иткән.