Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2021, 06:41

«Ғүмер баҡый «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә эшләгән»

Ғәйепле ир-егеттәр ҡулға алынған.

12 июндә баш ҡаланың «Мир» фирмаһы» туҡталышында электр самокатындағы егеттәр 84 йәшлек пенсионерҙы төкөп ҡасҡайны. Зыян күреүсе ғүмер баҡый «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә эшләгән фельдшер Роберт Ғәлиәкбәров булып сыға. Әлеге ваҡытта ул түшәктә ятырға мәжбүр, ирҙең бот һөйәгенең муйынтығы һынған. Бары тик өс айҙан ғына операция эшләнәсәк.
«Атайым ята — был хәлдә ҡалыуы бик ауыр», — тип хәбәр итә зыян күреүсенең улы Альфред Ғәлиәкбәров.
Яҡындары ғәйепле егеттәрҙең шәхесен асыҡлау өсөн бер көн эсендә фото һәм видео материалдар йыйып, полицияға тапшыра. «Whoosh» самокаттарҙы ҡуртымға биреүсе ойошмаға ғариза яҙа. Бөгөн ғәйепле ир-егеттәр ҡулға алынған. Улар Дүртөйлө районыныҡы булып сыҡҡан.
Читайте нас