Мәрхүм ошо ауылда йәшәгән 55 йәшлек ир. Билдәле булыуынса, уны халыҡ көтөүсе итеп яллаған була. Тик көтөү был көндө үҙаллы ҡайта, ә ир кеше өйөнә ҡайтмай. " Ир йөрәк ауырыуынан үлгән, кәүҙәһен үлгәндән һуң ҡырағай хайуандар талаған. Был хәл буйынса тикшереү эше дауам итә", - тип хәбәр итә белгестәр.