Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2021, 12:45

«Хоҙай тарафынан хупланған сара булды»

Палдискиҙа милли батырыбыҙҙың тыуған көнөндә ойошторолған сара хаҡында.

Милли батырыбыҙҙың һуңғы төйәгендә рухлы башҡорттар йәшәй. Таллиндағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни йәмғиәте йыл һайын Палдиски ҡалаһына сәфәр ойоштора. Был матур йола быйыл да тормошҡа ашырылды. 13 июндә улар Эстониялағы Рәсәй илселеге вәкилдәре менән берлектә Салауат һәйкәленә сәскәләр һалды, башҡорт халҡының милли геройын хөрмәтләп иҫкә алды.
«Яҡташтарыбыҙ менән ете машинала юлға сыҡҡайныҡ. Палдиски Таллиндан 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Кисен дә, иртәнсәк тә ҡойоп ямғыр яуҙы, шуға бер аҙ кәйеф ҡырылғды. Әммә Палдискиға барып еткәс, ул ҡапыл туҡтаны. Илдар хәҙрәт Мөхәмәтшин әйтеүенсә, был Хоҙай тарафынан хупланған сара. Беҙҙең өсөн Палдиски шул тиклем ҡәҙерле, милли батырыбыҙҙың рухы ошонда йәшәй, был ҡалаға тыуған яҡҡа ҡайтҡан кеүек ҡанатланып барабыҙ», — тип һөйләне «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни йәмғиәте етәксеһе Флүзә Хәйруллина.

Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батырына һәйкәл-бюст 1989 йылда Салауат Юлаев скверында барлыҡҡа килә. Уның авторы - РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Тамара Нечаева. 2017 йылдың июлендә мемориал реставрацияланды, ә Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды.
Читайте нас