Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2021, 06:01

Динар Ғилметдинов отставкаға китә

Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Бөгөн ул коллективы менән хушлаша.

Билдәле булыуынса, уның эштән китеүе «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашыуға бәйле. Стәрлетамаҡ округы буйынса праймериз һөҙөмтәләре буйынса ул исемлектә беренсе урынды биләй.
Баш автоинспектор вазифаһын ваҡытлыса уның урынбаҫары – милиция полковнигы Владимир Севастьянов башҡарасаҡ.
Динар Ғилметдинов был вазифаны 16 йыл биләй. Уға 51 йәш, Мишкә районында тыуған, ГАИ-ла 1991 йылдан инспектор булып эшләй башлай. 2005 йылда полковник званиеһында Башҡортостандың ЮХХДИ-ны етәкләй.
Читайте нас