Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2021, 06:10

Балтасылағы фажиғәгә аныҡлыҡ

Күрәһең, Ватсапта йөрөгән барлыҡ яңылыҡҡа ла ышанырға ярамай. Уларҙың ниндәйҙер өлөшө дөрөҫлөккә тап килһә, ә ҡалғанына “һыу ҡойолған” була.

Күрше Татарстан республикаһының Балтасы ҡасабаһында үткән һабантуйҙа арбалы аттың кешеләр өҫтөнә барып менеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Тик ҡайһы бер сығанаҡтарға таянып эш иткәнлектән, дөрөҫлөккә тура килмәгән.
Ысынлап та, фажиғә була. Уның һөҙөмтәһендә 15 йәшлек үҫмер йәрәхәтләнә. Малайға медицина ярҙамы күрһәтелә һәм ул амбулатор дауаланыуға өйөнә оҙатыла.
Бәхеткә күрә, үлеүселәр юҡ.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас