Сарала тәүҙә БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Максим Ульчев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙен уҡып ишеттерҙе.
Артабан "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто етәксеһе Фәнүр Йәғәфәров, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов сығыш яһаны.
Башҡортостандың элекке матбуғат министры Зөфәр Тимербулатов, БДУ профессоры, филология фәндәре доктор Фәнил Күзбәков байрамдың тарихын бәйән итте. БР Журналистика ветерандары ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов барыһын да тәбрикләп, бөгөнгө иҫтәлекле дата республикала 23-сө йыл билдәләнә тип әйтеп үтте.
Был көндө хеҙмәттәштәребеҙ юғары наградалар алып һөйөндө. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева менән журналистика ветераны, элек "Молодежная газета" баҫмаһында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Надежда Шәкүроваға Рәсәй Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде.
Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Альбина Фәйзуллина менән Өфөләге "Эхо Москвы" радиоһында алып барыусыһы Рәзиф Абдуллинға БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ижади берекмәнең таныҡлыҡтарын тапшырҙы.
Аҙаҡтан барыһы ла Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленән сәскәләр һалды.