«Йыландың ниндәй ниәт менән килеүе билдәһеҙ: тәрилкәгә һалынған себештәрҙең еме йәлеп иттеме, әллә себештәре менән тамаҡ ялғамаҡ булдымы...Тауыҡ уның ниндәй маҡсат менән килеүен һорап торманы, бәпкәләрен ҡурсалап, ҡыйыу рәүештә һөжүмгә ташланды», — ти ул. Ҡош үҙенең себештәрен һаҡлап ҡалып, хәүефһеҙ урынға алып китә ала, ә башҡаның өлөшөнә ҡул һуҙыусы йыланды өй тауығы үлтергәнсе суҡыған.