Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июня 2021, 01:20

Сенсация артынан, рекорд та яңырҙы

Футбол буйынса Европа чемпионатының өсөнсө ярыш көнөндә, өс осрашыу уҙҙы.

«С» төркөмөндә уйнаған Нидерланд командаһы Украина футболсыларын 3:2 иҫәбенә еңеп, беренселектең үҙенсәлекле рекордын да яңыртты. Улар бер осорҙа икеһенә биш туп индереп, бығаса булмаған һөҙөмтә күрһәтте. Шулай уҡ ошо төркөмдән Австрия уйынсылары Төньяҡ Македония командаһын 3:1 иҫәбенә алдырып, Нидерланд менән группаны етәкләне.
«D» төркөмөнән Англия футболсылары Хорватияны 1:0 иҫәбенә отһа, бөгөн төркөмдәш чехтар Шотландия уйынсылары менән осрашасаҡ. Шулай уҡ «Е» группаһы ла уйындарын башлап, Польша командаһы Словакияға һынау тотһа, Испания футболсылары шведтар менән уйнаясаҡ.
Быға тиклем дүрт осрашыу уҙғайны. «А» төркөмө: Италия - Төркиә - 3:0, Уэльс - Швейцария - 1:1; «В» төркөмө: Рәсәй - Бельгия - 0:3, Финляндия - Дания - 1:0.
Фото: ТАСС.
Читайте нас