41 йәшлек спортсы яңыраҡ ошо хаҡта белдергән. «Хәҙер мин 20 йәшлек бокссы түгелмен. Йәш үҙенекен ала икән. Икенсенән, бынау коронавирус сире лә аяҡ салып маташты. Ҡайһы саҡ, иҫерек кеше кеүек, ҡолап барам… Шуға күрә ваҡыт еткәндер, күрәһең», тине ул.
Поветкин профессиональ төрҙә 40 алыш уҙғарып, 36-ында еңә, өсөндә отола һәм бер бәйге тигеҙ иҫәпкә тамамлана. Ул яңыраҡ Диллиан Уайтҡа еңелә һәм тағы берәр тапҡыр Энтони Джошуа (2018 йыл) менән Владимир Кличкоға (2013 йыл) отола.