Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июнь 2021, 12:30

Салауат районында йылҡы өйөрө юғалған

Аттарҙы ҡыуып алып киткәндәр, тип фаразлана.

12-нән 13 июнгә ҡараған төндә Салауат районында 8 баш йылҡы малын ҡыуып алып киткәндәр. Биш бейә, өс ҡолон. Бәлки, күреүселәр барҙыр? Ярҙам итегеҙ.
Интернет селтәрендә ошондай эстәлекле хат донъя күрҙе. Уны Салауат районы хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Марат Ғилманов баҫтырған.
Үҙеңдең хәләл көсөңдө түгеп үҫтергән малыңдың юғалыуы – ҙур бәлә. Милләттәштәребеҙгә ярҙам итәйек. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 89649594488 мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.
Читайте нас