

Мәскәү мэры Сергей Собянин коронавирус таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн сикләү сараларын көсәйтте. Яңы указға ярашлы, баш ҡалала 15 июндән алып 20-һенә тиклем ял көндәре иғлан ителә, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы һаҡланасаҡ. Сикләү сараһы ҡала, оборона предприятиелары һәм башҡа стратегик тармаҡ ойошмаларына ҡағылмай. Шулай уҡ был осорҙа туҡланыу ойошмалары киске сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт алтыға тиклем ябыҡ торасаҡ. Улар аҙыҡ-түлекте ситкә сығарып һатыу мөмкинлегенә генә эйә. Бынан тыш, балалар уйын майҙансыҡтарына, парктарға барыу тыйыла. Медицина учреждениеларының һәм балалар баҡсаларының эш тәртибе үҙгәрмәй. Мәскәү мэры эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрең өстән бер өлөшөн дистанцион тәртипкә күсерергә кәңәш итә.
Баш ҡалала коронавирусҡа бәйле хәл йәнә киҫкенләшә башлаған, шул арҡылы ошондай сикләү саралары индерелә .