Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июнь 2021, 17:43

Күмертау дауаханаһы шәп медицина ҡорамалына эйә булды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Күмертау ҡала дауаханаһына “Сименс” фирмаһының ангиографы алынды.

– Әлеге ваҡытта медицина ҡорамалы ҡуйыла торған бинала ремонт эштәре бара, – ти медицина учреждениеһының баш табибы Олег Астахов. – Дүрт табипты “Рентгенэндоваскуляр диагностика һәм дауалау” специальносы буйынса уҡыттыҡ.
Ангиограф пациенттарға кисектергеһеҙ ярҙам алырға һәм шул сәбәпле инфаркт миокардынан үлем һәм инвалидлыҡ кимәлен кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас