Кисә Рәсәй йыйылма командаһы Европа чемпионатының беренсе төркөм осрашыуында Бельгия футболсыларынан өс гол үткәртеп, исмаһам күңел өсөн бер туп менән дә яуап бирә алманы. Еңелерҙәре алдан уҡ билдәле ине инде, тик еңелә лә белергә кәрәк бит. Ә былар урам малайҙары шикелле бөтә Европаға оятҡа ҡалды. Бындай сығышы менән үҙ тарихында беренсе тапҡыр ҡитға беренселегенә сыҡҡан финдарҙан да отолоуҙары мөмкин. Ана бит, улар билдәле Дания уйынсыларының фамилияһын да һорап тормай, еңде лә ташланы. Әлбиттә. уның сәбәбе лә бар һымаҡ, сөнки беренсе тайм аҙағында, Дания футболсыһы аңын юғалтып, хатта бәйгене бер аҙға тутатып торорға мәжбүр булдылар. Ярай әле уйынсылары аңына килеп, һаулығына зарар юҡ тип белдергәндәр. Бәлки шуғалыр ҙа, командалаш иптәштәре уйынды аҙағына алып еткерә алмағандарҙыр. Ә инде Финляндия командаһы дебют уйынында уҡ өс мәрәй яулап, Бельгия менән төркөмдө етәкләне.
Киләһе осрашыуын бай Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре финдар менән көс һынашасаҡ. Әгәр унда ла отола ҡалһалар, хуш, беренселек буласаҡ. Бәйге 16 июнгә ҡаралған.