Ул 2021 йылдың 12 июненән 4 ноябргә тиклем үткәрелә.
Марафонда ҡатнашыу өсөн 31 октябргә тиклем республика халыҡтарының милли аш-һыуын әҙерләп, видео-рецептты “Бәйләнештә” һәм “Инстаграм” социаль селтәрҙәренә һалырға кәрәк. Аҫтына исеме-фамилияғыҙҙы, төбәк, ҡала-ауылығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ. Шулай уҡ ни өсөн тап ошо аш-һыуҙы һайлауығыҙҙың сәбәбен дә яҙырға кәрәк. Бынан тыш, #вкусбашкирии2021 һәм #TasteOfBashkiria хештегтарын да ҡуйыу мөһим.
Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнә. Ееңеүселәр 4 ноябрҙә билдәле буласаҡ. Шулай уҡ уларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эшен баһалағанда жюри ағзалары түбәндәге критерийҙарға иғтибар итә:
— материалды матур итеп биреү;
— лайктарҙың һәм видеороликты ҡараусыларҙың иҫәбе.