Байрам сараһы Матбуғат йорто алдындағы яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана.
Унда ҡатнашыусыларҙы “Башҡортостан Республикаһы Нәшриәт йорто” БР Дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаков тәбрикләйәсәк. Журналистарға наградалар һәм Журналистар союзының танытмалары тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, байрам алдынан ошо уҡ майҙанда гәзит-журналдарға яҙылыу көнө ойошторолғайны. Билдәле артистар ҡатнашлығында был байрам да гөрләп үтте, ә матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар матур бүләктәр отто.