Яңыраҡ уларҙың йортон йәшен атҡан. Һөҙөмтәлә 88 квадрат метр майҙан зыян күргән, барлыҡ әйберҙәр, йыһаз һәм техника янып юҡҡа сыҡҡан. Фажиғә ваҡытында бер кем дә өйҙә булмаған. Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәрен уларҙың күршеләре саҡыртҡан. Шаһиттар әйтеүенсә, тәүҙә көслө күк күкрәү тауышы ишетелә һәм бер нисә минуттан йортҡа ут тоҡана. Билдәле булыуынса, ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Иң өлкәненә - ун өс, алты һәм бәләкәсенә - өс йәш. Фото: Т. Аманов