Тантаналы сарала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, шулай уҡ ҡала советы депутаттары ҡатнашты.
Башҡортостанда 189 меңдән ашыу һуғыш балаһы йәшәй, Өфө ҡалаһында – 50 меңдән ашыу. Быйылғы йылдың 25 мартында “Һуғыш балалары тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителде. Был закон 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған республика халҡына социаль ярҙам сараларын раҫлай.