Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2021, 05:45

Байрамда медицина учреждениелары нисек эшләй?

12 июнь – Рәсәй көнөн байрам итеү айҡанлы ял көнө 14-нә күсерелеү сәбәпле, халыҡҡа ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү саралары күрелә.

Байрам һәм ял көндәрендә медицина ойошмаларының эше түбәндәге режимда ойошторола:
12 июнь (байрам көнө) – шәмбенең графигы буйынса – Иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә, ҡабул итеүҙәр (шул иҫәптән кисектрегеһеҙ) көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем;
13 июнь (йәкшәмбе) – ял көнө – оло быуынды короновирус инфекцияһына ҡаршы вакциналау иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем;
14 июнь – шәмбе графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгҡ 5-кә тиклем, ҡабул итеүҙәр (шул иҫәптән кисектергеһеҙ) көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем;
12 һәм 14 июндә медицина ойошмаларының етәксе составының дежурлығы ойошторола.
Ашығыс ярҙам, травматология пункттары һәм медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре кәсәйтелгән режимда эшләй.
Дауаханаларҙа пациенттарҙы стацимонар шарттарҙа дауалау өсөн койкалар резервы, дарыуҙар запасы булдырыла, үҙ ваҡытында ашығыс һәм планға ярашлы медицина ярҙамы күрһәтеү тәьмин ителә.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас