Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2021, 08:35

Батырҙар көс һынаша

Әлеге минуттарҙа «Өфө-арена»ла «Башҡортостан йөрәге һәм йоҙроғо» турниры башланып тора.

Бында Башҡортостандың һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренән иң көслө көрәшселәр йыйылған. Спорт сараһы Өфө ҡалаһы көнөнә һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 267 йыллығына бағышлана.

Турнирҙа 20 тәжрибәле спортсы ҡатнаша. Башҡортостандан икәү – Ғайса Котошев һәм Юнир Бикбаев.

Читайте нас