Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2021, 18:37

Башҡорт егеттәре һынатманы

«Башҡортостан йөрәге һәм йоҙроғо» ҡатнаш көрәш турнирында беҙҙекеләр лайыҡлы сығыш яһаны.

Бөгөн Өфөлә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың 267 йыллығына «Башҡортостан йөрәге һәм йоҙроғо» ҡатнаш көрәш турниры уҙыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. «Өфө-арена» 300-гә яҡын спорт һөйөүсене йыйҙы, ә зәңгәр экрандарҙан турнирҙы 38 меңдән ашыу кеше ҡараны.
Ярыш абруйлы ҡунаҡтар – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашлығында уҙҙы. Ирек Сәғитов еңеүселәрҙе тәбрикләп, республикабыҙҙа спорт йылдам үҫешеүен, абруйлы ярыштарҙың тап беҙҙә йыш үтеүен билдәләне. «Ярыштың республикабыҙҙа уҙыуы һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаев 267 йыллығына бағышланыуы юҡҡа ғына түгел. Башҡортостан – батырҙар төйәге», – тине ул.
Турнирҙа егерме спортсы көс һынашты, һәр ҡайһы алыш сәмле, сағыу булды. Башҡортостан данын ике милләттәшебеҙ яҡланы — 84 килограмм категорияһында — Өфөнән Ғайса Ҡотошев, 66 килограмм категорияһында Ейәнсура районы егете Юнир Бикбаев сығыш яһаны. Үкенескә күрә, Ғайса Дағстан спортсыһына еңелде, ә Юнир Ҡырғыҙстан көрәшсеһе менән алышып, ваҡытынан алда еңеү яуланы.
Белеүебеҙсә, был спорт төрө йыш ҡына халыҡтың тәнҡитенә дусар була, төрлө фекерҙәр яңғырай. Аҡса өсөн ҡан «ҡойоп» һуғышыу килешмәй, йәнәһе... Ни генә тиһәң дә, барыбыҙ ҙа егеттәребеҙҙең еңеүҙәре менән һәр ваҡыт ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уларҙың был спортта ла ал бирмәүе күңелдә тик ыңғай тойғолар уята.
Читайте нас